Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2019, 13:54

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында милли кейем байрамы уҙҙы

Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 600-ҙән ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Костюмдар парады Мәжит Ғафури исемендәге драма театры эргәһенән старт алып Салауат Юлаев майҙанында концерт менән тамамланды.

Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 600-ҙән ашыу ижади коллектив ҡатнаша. Костюмдар парады Мәжит Ғафури исемендәге драма театры эргәһенән старт алып Салауат Юлаев майҙанында концерт менән тамамланды.
Ғафури районы ижади коллективы "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестиваленә бер нисә ай дауамында әҙерләнгән. Улар сарала дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша, шуға ла байрамға тәүгеләрҙән булып килеп еткән. Милләттәштәребеҙ кейгән сағыу костюмдарҙы парадҡа тип Яугилде ауылында йәшәүсе тегенсе теккән.
Милли кейем парады "Евразия йөрәге" фестиваленең иң сағыу өлөшөнөң береһе тип әйтергә мөмкин. Матур итеп биҙәлгән төрлө төҫтәге костюмдар күҙҙең яуын алырҙай.
Майҙанда башҡорт, рус, татар, сыуаш, поляк, украин һәм сит ил этностарының кейемдәрен күрергә була. Байрамда ҡатнашыусылар республикала йәшәгән тиҫтәләгән милләт вәкилдәре. Күрше төбәк вәкилдәре лә һанап бөткөһөҙ.
Парадта ҡатнашыусылар тантаналы рәүештә Зәки Вәлиди урамынан Салауат Юлаев майҙанына тиклем үтте. Баш ҡала халҡы ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итте.
Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған Милли кейем парадында иң бәләкәй ҡатнашыусыға 1 йәш тә 3 ай. Мәҙәни сара балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә кәйефен күтәрҙе, көс-дәрт бирҙе. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән ҡунаҡтарҙың йөҙҙәрендә арыу-талыу эҙе лә һиҙелмәй. Милләттәр дуҫлығы баш ҡала урамдарын милли кейем һабантуйына әйләндәрҙе. Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән парад уҙған йылдар менән сағыштырғанда, тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы ҡабул итте.
Читайте нас: