Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 12:20

Ике генерал вазифаһынан бушатылды

"Медуза" баҫмаһы журналисы Иван Голуновты ҡулға алыуға бәйле йәмәғәтселек ғауға ҡуптарғайны. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо ваҡиғанан һуң ике эске эштәр хеҙмәткәрен вазифаһынан бушатҡан. Ошо хаҡта Указ сығыуы хаҡында Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Указға ярашлы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса баш идаралығының Мәскәү ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Юрий Девяткин, баш ҡаланың Көнбайыш административ округы буйынса эске эштәр идаралығы башлығы, полиция генерал-майоры Андрей Пучков вазифаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Мәғлүм булыуынса, Иван Голунов айырыуҙа ҙур күләмдә наркотик матдәләр һатыуҙа ғәйепләнеп, 6 июндә ҡулға алына һәм уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рәсәй эске эшгтәр министры Владимир Колокольцев 11 июндә енәйәт эшенең иҫбатланмауына бәйле журналисты эҙәрлекләү туҡтатылыуы, уның аҡланыуы хаҡында хәбәр итте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: