Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 18:50

Туризмды яҡтырт та "Янғантау"ҙа ял ит!

Республикабыҙҙа туризм темаһын яҡтыртҡан журналистар өсөн конкурс иғлан ителде.

Республикабыҙҙа туризм темаһын яҡтыртҡан журналистар өсөн конкурс иғлан ителде.
Төп приз – “Янғантау” шифаханаһында ике аҙналыҡ отпуск, һауыҡтырыу процедуралары индерелгән.
Жюри составында – “Digital Ҡоролтай” конференцияһы спикерҙары һәм ойоштороусылары. Иң яҡшы эш быйыл 1 сентябрҙә асыҡланасаҡ. Конкурсҡа 1 ғинуарҙан 31 авгусҡа тиклем сыҡҡан яҙмалар һәм телевизион сюжеттар ҡабул ителә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 14 июндә Өфөлә Рәсәйҙең төп digital эксперттары йыйылды: баш ҡалабыҙҙа III “Digital Ҡоролтай” конференцияһы үтте. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Туризмды үҫтереү үҙәге һәм R&R коммуникатив агентлығы ойошторҙо.
Читайте нас: