Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 16:20

Өфөлә 119 дәүләттең делегаты халыҡ-ара именлек мәсьәләләрен тикшерә

18 июндә «Торатау» конгресс-холында хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуап биргән юғары вәкилдәрҙең Х Халыҡ-ара осрашыуы башланды.

18 июндә «Торатау» конгресс-холында хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуап биргән юғары вәкилдәрҙең Х Халыҡ-ара осрашыуы башланды. Форумды асыуҙа Рәсәйҙең хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев, Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Николай Патрушев һүҙҙәренсә, халыҡ-ара осрашыу һәр ваҡыттағыса абруй менән файҙалана, һәм бөгөн ул Европа, Америка, Африка, Фарсы ҡултығы, Яҡын Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Төньяҡ-Көнсығыш Азия һәм донъяның башҡа төбәктәренән 119 дәүләтте берләштерә.
Һәр осрашыуҙың көн тәртибе ҡатнашыусы илдәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, шулай уҡ бынан алда уҙған конференцияларҙың йомғаҡтары буйынса төҙөлә.
«Башҡортостан ерендәге конференцияла һөҙөмтәле аралашыуҙан тыш, ошо ҙур иҡтисади һәм экспорт ҡеүәтенә эйә һоҡланғыс төбәк менән танышыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар ҙа алырбыҙ тип ышанам», — тине Николай Патрушев һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа форумды ойоштороуҙа ярҙам һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн делегация вәкилдәре милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм гибрид янауҙарының артыуы шарттарында дәүләттәрҙең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләһен тикшерә. Осрашыуҙың икенсе көнө ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре тематикаһын ҡарау менән дауам итә. Конференцияның өсөнсө көнөндә «түңәрәк өҫтәлдәр» уҙғарыла.
Читайте нас: