Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 15:29

“Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны

17 июнь Металлургтар майҙанында “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны сиктәрендә бай йѳкмәткеле сара үтте.

17 июнь Металлургтар майҙанында “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны сиктәрендә бай йѳкмәткеле сара үтте.
Ѳс сәғәтлек түләүһеҙ концерт программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм Мәскәү дәүләт академия театрының “Русская песня” коллективтары, Краснодар ҡалаһынан “Криница” казак йырҙары дәүләт ансамбле, Кемеров ҡалаһынан “Сибирский калейдоскоп” губернатор бейеү театры, Владикавказдан “Ритмы гор” доулистар ансамбле, Саранскиҙан “Мерема” этнографик фольклор студияһы, Абакандан “Айланыс” фольклор ансамбле, Ѳфѳнән “Арғымаҡ” этно-рок тѳркѳмѳ, Саха республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең “Душа России” премияһы лауреаты Альбина Дегтярёва һәм шулай уҡ районыбыҙҙың “Хәтирә”, “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамблдәре, Үткәл инструменталь халыҡ ансамбле, район ҡурайсылар ансамбле, ҡала Мәҙәниәт һарайының халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре коллективтары, район мәҙәниәт йортоноң “Тау шишмәһе” халыҡ вокаль ансамбле сығыш яһаны.
Ҡатнашыусыларҙың сағыу, колоритлы милли кейемдәренән, тѳрлѳ телдәрҙә яңғыраған халыҡ моңдарынан Металлург майҙаны милләттәр хороводын хәтерләтте.
Оҙаҡ йылдар дауамында Рәсәй халыҡтарының рухи байлығы - быуаттар артылып килгән сәнғәт тѳрҙәрен һаҡлау, таратыу һәм дауам итеү йәһәтенән үҙ бурыстарын теүәл үтәп киләгән матур фестиваль барыһына ла сағыу тәьҫораттар, рухи күтәренкелек бүләк итте.
Читайте нас: