Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 13:58

Стивен Сигал һабантуйҙа ҡатнашасаҡ

22 июндә Сибайҙа “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция форумы уҙғарыла. Ҙур сара Башҡортостан Башлығы хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән ойошторола.

22 июндә Сибайҙа “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция форумы уҙғарыла. Ҙур сара Башҡортостан Башлығы хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән ойошторола.
Форум Рәсәйҙә эш шарттары булдырыуға, бизнесты яҡлауға, туризмды үҫтереүгә, экология мәсьәләләренә һәм башҡа темаларға арналған секцияларҙан башлана. Пленар ултырышта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша. Әйткәндәй, Голливуд актеры Стивен Сигалдың да килеүе көтөлә. Рәсәй журналисы һәм телевидениела алып барыусы Александр Любимов форумдың модераторы буласаҡ.
Сара 23 июндә Әбйәлил районында һабантуй менән тамамлана. Байрамда Башҡортостандың 25 муниципаль районы ҡатнаша. Улар тирмә ҡорасаҡ, милли ихаталар ойошторасаҡ. Милли уйындарҙан һәм ярыштарҙан тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙарының сағыу концерты көтә. Республика Башлығы призына милли көрәш турниры иң яҡшы көрәшселәрҙе майҙанға йыя. Төп бүләк – автомобиль. Ат сабыштары ла күптәрҙең күңеленә хуш килер. Әйткәндәй, Әбйәлилдә үтәсәк ат сабышына районыбыҙҙан вәкилдәр барасаҡ.
Һабантуй биләмәһендә йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа нөктәләре эшләйәсәк. Теләгән кеше милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау, сувенирҙар , халыҡ кәсебе әйберҙәрен һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Кисен иһә “Мираҫ” фольклор ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, “Арғымаҡ” төркөмө, “ZAINETDIN” этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар сығыш яһай. Программаның үҙәген, әлбиттә, танылған актер Стивен Сигал тәшкил итәсәк. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.
Читайте нас: