-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 17:50

Урал аръяғында инвестиция һабантуйы

22 июндә Сибайҙа башланасаҡ эшлекле форумда 11 илдән вәкилдәр ҡатнаша. Улар араһында Австрия, Иордания, Ҡаҙағстан, Төркиә, Франция һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар бар.

22 июндә Сибайҙа башланасаҡ эшлекле форумда 11 илдән вәкилдәр ҡатнаша. Улар араһында Австрия, Иордания, Ҡаҙағстан, Төркиә, Франция һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар бар.
Сара барышында төрлө илдәрҙән килгән ирекмәндәр ярҙам итә. 23 июндә Әбйәлилдә һабантуй уҙғарыла. Унда форум ҡунаҡтары ла бара. Голливуд актеры һәм режиссеры Стивен Сигал да байрамда ҡатнаша, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Һабантуйҙа милли уйын һәм конкурстар, Башҡортостан Башлығы призына милли көрәш буйынса турнир уҙғарыла. Еңеүсегә бүләккә автомобиль әҙерләнгән. Ат сабыштары байрамдың үҙенсәлекле мәле буласаҡ.