Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 11:44

Владимир Путин электрон виза тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин сит ил граждандарына Рәсәйгә бер тапҡыр инеү өсөн электрон виза булдырыуҙы тәьмин итеү ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Президент Владимир Путин сит ил граждандарына Рәсәйгә бер тапҡыр инеү өсөн электрон виза булдырыуҙы тәьмин итеү ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
Документ Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведевҡа, сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа, эске эштәр министры Владимир Колокольцевҡа, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе Александр Бортниковҡа ебәрелде.
Электрон визаны 2021 йылдың 1 ғинуарынан бирә башлау күҙаллана. Шулай ҙа сервис әле үк Алыҫ Көнсығыш федераль округында эшләй, 1 июлдән иһә сит ил граждандары, ошо хеҙмәттән файҙаланып, Калининград өлкәһенә инә аласаҡ.
Визаның ваҡыты – 16 көнгә тиклем. Был документ универсаль: уға эйә булған кеше Рәсәйгә турист булараҡ та, эшлекле, гуманитар маҡсатта ла, ҡунаҡ рәүешендә лә килә ала. Киләсәктә бындай визаларҙы күберәк ваҡытҡа һәм күп тапҡыр файҙаланыу өсөн бирә башлау ҡарала.
#ВладимирПутин
Читайте нас: