Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:10

"Эш хаҡында айырма ҙур булмаҫҡа тейеш"

“Тура бәйләнеш” мәлендә ил Президенты чиновниктар менән ябай эшселәрҙең хеҙмәт хаҡын тиңләштереү тураһындағы һүҙҙәргә үҙ фекерен белдерҙе.

“Тура бәйләнеш” мәлендә ил Президенты чиновниктар менән ябай эшселәрҙең хеҙмәт хаҡын тиңләштереү тураһындағы һүҙҙәргә үҙ фекерен белдерҙе.
“Беҙ байҙар булмаһын тип түгел, ә фәҡирлек бөтһөн тип тырышырға тейешбеҙ. Минеңсә, хеҙмәт хаҡы эш квалификацияһына ҡарап түләнергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта чиновниктың аҡсаһы менән ябай эшсенеке араһында айырманың ҙур булмауына өлгәшеү кәрәк, – тине Владимир Путин. – Был эре компанияларға ла ҡағыла. Уларҙа хеҙмәт хаҡында айырыуса ҙур айырма. Ләкин эш шунда: был компанияларҙа сит илдәрҙән килгән белгестәр күп. Уларҙың кереме етәкселектең хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнә. Тимәк, етәкселәргә түләүҙе кәметәбеҙ икән, кадрҙарға мохтажлыҡ тыуасаҡ. Белгестәребеҙ һөҙөмтәлә шәхси компанияларға, сит илдәргә сығып китәсәк. Бынан отасаҡбыҙмы?
Ләкин тағы ла ҡабатлайым: эш хаҡында айырма ныҡ ҙур, әйтәйек, ун тапҡырға күберәк булырға тейеш түгел".
#ВладимирПутин
Читайте нас: