Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 13:36

Дауаханала яңы ҡоролмалар

Икенсе ярты йыллыҡта республиканың дауалау учреждениелары ѳр-яңы заманса ҡоролмалар менән тулыланасаҡ.

Икенсе ярты йыллыҡта республиканың дауалау учреждениелары ѳр-яңы заманса ҡоролмалар менән тулыланасаҡ.
Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында хәбәр итте.
- Белорет ҡалаһы дауаханаһы тиҙҙән ангиограф менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ Нефтекама, Октябрьск ҡалаларының тиҙ ярҙам станцияларында яңы ҡоролмалар барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, ренген-кабинеттар, ултратауышлы диагностика, эндоскопик ҡоролмалар яңыртыласаҡ. Халыҡтың һаулығын ҡайғыртыуға йүнәлтелгән бындай ыңғай үҙгәрештәр икенсе ярты йыллыҡҡа планлаштырылған.
Читайте нас: