Артабан йәшәр ѳсѳн улар йышыраҡ Ханты-Мансийск, Татарстан, Силәбе ѳлкәһен һайлай, тип хәбәр итә республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтының демографик мәсьәләләр буйынса ксперты Гѳлнар Хилажева. Һуңғы ике йылда халыҡтың миграцион кәмеүе йылына 8 мең тирәһе кеше тәшкил итә. Хәйер, 2011-2016 йылдарҙағы күрһәткестәрҙән был һан 3 меңгә әҙерәк.
Тѳбәкте күбеһенсә 15-29 йәшлектәр, шул иҫәптән бәләкәй балалары булған ғаиләләр ташлап китә. Ә бына 50 йәштән уҙғандар, киреһенсә, тыуған яҡҡа ҡайтып тѳпләнеүҙе хуп күрә. Әйткәндәй, Башҡортостан халҡы, икенсе тѳбәктәргә эшкә китеү йәһәтенән, Рәсәйҙә беренсе урын тота. Мәҫәлән, 2018 йылда “вахтовиктар” һаны 161 меңде тәшкил иткән, был иһә республиканың эшкә яраҡлы халҡының 9 %-ты тигән һүҙ.