Онкологияның был тѳрѳндә үлем коэффициенты 39,9%-ты тәшкил итә.Икенсе урында - бауыр яман шеше. Унан ауырыуҙың 38%-ты һәләк булһа,ѳсѳнсѳ урында торған ҡыҙыл үңәс яман шешенән 29,9% сирлеләр теге донъяға китә.
Үлем осрағы буйынса дүртенсе урында - трахея, ҡурылдай (бронхи) һәм үпкә (21,9%), бишенсе урында - йотҡолоҡ (17,3%) яман шештәре. Ә бына тире (меланоманан тыш), һѳт биҙҙәре, аналыҡ, ҡалҡан биҙе һәм ирен яман шештәренән (0,4-3%) үлеүселәр һаны күп түгел. Дѳйѳм алғанда, Рәсәйҙә яман шештән үлем күрһәткесе 6%-ты тәшкил итә.