2019 йылда Башҡортостанда 230 табип эшкә йәлеп ителгән, уларҙың 80-е - беренсел звено табиптары. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә медицина кадрҙарын йәлеп итеүгә бәйле хәл тураһында һөйләне.
«Өфөнөң 18-се,10-сы дауаханалары, 3-сө, 38-се балалар поликлиникалары, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы район дауаханалары яҡшы үҫеш күрһәтте. Уларға икенән күберәк табип йәлеп ителде», - тип билдәләне Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, Белорет район дауаханаһында, Салауат ҡалаһында, Өфөнөң Дим районы дауаханаһында кире күренеш күҙәтелә - кәмеү өс кешенән ашыу.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өсөн Башҡортостан райондарында торлаҡ бирелә. Иң яҡшы тәжрибәләр араһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөрө һәм Дәүләкән (етешәр табип), Ғафури (6), Баҡалы (4), Балтас, Мишкә райондарын һәм Октябрьский ҡалаһын (3) билдәләне. Шулай уҡ Бөрйән һәм Әлшәй райондарында ер участкалары бирелгән (өсөшәр белгес).
Оператив кәңәшмәлә республикала йәш белгестәргә торлаҡты ҡуртымға биреү һәм уны артабан һатып алыу мөмкинлеге биргән закондың килешеү стадияһында булыуы әйтелде.