Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 13:34

Белоретта - концерт залы

Белорет ҡалаһында ҙур концерт залы төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров I Бөтә Рәсәй Инвестһабантуйҙа инвесторҙар менән “Морат тауы” курортын үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәргә йомғаҡ яһағанда хәбәр итте.

Белорет ҡалаһында ҙур концерт залы төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров I Бөтә Рәсәй Инвестһабантуйҙа инвесторҙар менән “Морат тауы” курортын үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәргә йомғаҡ яһағанда хәбәр итте.
“Баҡса ҡулсаһы” Мәскәү яны компанияһы "Морат" тау саңғыһы комплексын үҫтереү йәһәтенән 6 миллиард һумға яҡын аҡса бүлеп, миҙгел әйләнәһенә эшләйәсәк курорт, әүҙем спорт төрҙәре өсөн заманса инфраструктура төҙөүҙе планлаштыра.
Инвесторҙың төйәктең тәбиғи үҙенсәлектәрен һаҡларға вәғәҙәләгән концепцияһы ла әҙер.
“Бынан тыш Белорет ҡалаһында социаль объекттар ҙа төҙөләсәк, мәҫәлән, ҙур концерт залы барлыҡҡа киләсәк. Курортта ял итеүселәр кистәрен шәп тамашалар ҡарап кинәнәсәк”, - тип пландары менән уртаҡлашты Радий Фәрит улы.
Бөгөн йылына 70 мең кеше ҡабул иткән курорт киләсәктә был һанды 500 меңгәсә еткерәсәк. “Морат” тау саңғыһы комплексын үҫтереү планында шулай уҡ 50 коттедж, 945 апартамент, 15 туҡланыу нөктәһе, 3 ресторан, 50 коммерция инфраструктураһы объекты, шул иҫәптән балалар үҙәге, магазиндар, аптека, прокат, химик таҙартыу пункттары ҡаралған.
Саңғы юлдары 8-ҙән 15-кә тиклем күбәйтелһә, уларҙың оҙонлоғо 7,7- нән 16,2 саҡрымғаса оҙайтыласаҡ.
Тиҙҙән Морат тауында картинг, панда паркы, һауыҡтырыу комплексы, тау велосипеды, экотерапия һәм скандинав йөрөшө өсөн юлдар, һыбайлылар маршруты барлыҡҡа киләсәк.
Читайте нас: