Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 11:14

Экспортҡа ярҙамға – бер миллион һум

Башҡортостанда экспорт менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиеларға тауар ташыған өсөн бер миллион һум компенсация биреләсәк. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда экспорт менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиеларға тауар ташыған өсөн бер миллион һум компенсация биреләсәк. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ошо маҡсатҡа быйыл төбәк бюджетынан 40 миллион һум бүленәсәк. Эшмәкәрлеген экспортҡа йүнәлткән бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары сеймал булмаған тауарҙы сит илгә ташыу сығымдары өсөн бер миллион һумға тиклем компенсация аласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов.
Уның белдереүенсә, был йәһәттән документтар 3 июндә ҡабул ителә башланы. Башҡортостан был ярҙам сараһын Рәсәйҙә беренселәрҙән булып хуплап ҡаршы алды.
Руслан Мирсаяповтың һүҙҙәренсә, акселерация һәм белем биреү программаларында эшҡыуарҙар ҙа ҡатнаша ала. Улар Рәсәй экспорт үҙәгенең Башҡортостандағы бүлексәһенән финанс һәм башҡа төр ярҙам саралары алыу мөмкинлегенә эйә.
Республикабыҙ 2.0 төбәк экспорт стандартын индереү буйынса илдең 11 пилот субъекты иҫәбендә.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: