Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 13:41

Премияға лайыҡ булдылар

Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, шулай уҡ «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уның барышында уҙғарылған «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияларын биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Юғары педагогик оҫталыҡ, шәхесте төрлө яҡтан үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған, уҡытыу-тәрбиә биреү процесына заманса белем биреү технологияларын индергән өсөн Башҡортостандың 25 уҡытыусыһы премияға лайыҡ булды. Улар араһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Сәриә Ҡаһарманова ла бар.
Читайте нас: