Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 13:39

Республика Башлығы вазифаһына - 11 кандидат

Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына тағы ике кандидаттың документтары тапшырылды.

Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына тағы ике кандидаттың документтары тапшырылды. «Социаль яҡлау» сәйәси партияһынан 33 йәшлек Алексей Молокин күрһәтелде.
Республика етәксеһе вазифаһына дәғүәсе Өфөлә йәшәй, урта белемгә эйә һәм бөгөн «Социаль яҡлау» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе вазифаһын биләй.
20 июндә 53 йәшлек Рәмилә Сәйетова ла Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итергә теләүе тураһында белдерҙе. Кандидат «Рәсәй Социалистик партияһы» сәйәси партияһынан тәҡдим ителде. Рәмилә Сәйетова Өфөлә йәшәй, юғары белемле һәм шәхси юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төбәк Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар тапшырылды: «Берҙәм Рәсәй»ҙән - Радий Хәбиров, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы»нан - Владимир Кобзев, КПРФ-тан - Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан - Иван Сухарев, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән - Юрий Игнатьев, «Яблоко» партияһынан - Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан - Рәфис Ҡадиров, «Йәшелдәр» партияһынан - Сания Тимасова.
Читайте нас: