Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 13:30

Йәнә “ҡанлы йәкшәмбе”

Башҡортостанда бысаҡ менән ҡоралланған ир ѳс кешене үлтергән, икәүҙе яралаған.

Башҡортостанда бысаҡ менән ҡоралланған ир ѳс кешене үлтергән, икәүҙе яралаған.
БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә,Ҡырмыҫҡалы районына ҡараған ауылдарҙың береһендә ҡот осҡос ҡанлы фажиғә теркәлгән. 23 июнь кѳнѳ урындағы полиция хеҙмәтенә “ҡулынабысаҡ, кѳрәк тотҡан, ѳҫ кейеме ҡанға буялған” 1972 йылғы ирҙең кешеләргә һѳжүм итеүе тураһында хәбәр килә. Тәтип һаҡсыларын күреп, ҡоралланған әҙәм уларға ташлана. Хатта һауаға атыу ҙа уны туҡтатмай.
Ахыр сиктә полиция хеҙмәткәре ике тапҡыр ирҙең аяғына ата. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, һѳжүм итеүсе медицина ярҙамы күрһәткән саҡта йән бирә. Асыҡланыуынса, фажиғәле үлемгә дусар булғандар - ҡоралланған ирҙең апайы һәм ике күршеһе. Бынан тыш, бысаҡ яраһы менән табиптарға йәнә ике кеше мѳрәжәғәт иткән. Ваҡиға йәһәтенән Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған. Бәғзе бер сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, үлтереүсе психиатрҙа дауаланған.
Читайте нас: