Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 16:27

Йәшендән һаҡ булығыҙ!

Йәшенле-ямғырлы йәй башланды. Тәбиғәттең был күренеше тәүге фажиғәгә килтерҙе лә инде. Кисә Миәкә районының Әнәс ауылында йәшәгән 57 йәшлек ҡатынды ихатаһында йәшен һуға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йән бирә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бындай хәлгә осрамаҫ өсөн кәңәштәр бирә.
Йәшен ваҡытында ауылда булһағыҙ, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе вентиляция юлдарын ябығыҙ. Мейес яҡмағыҙ, сөнки торбанан сыҡҡан юғары температуралы газдар түбән ҡаршылыҡҡа эйә. Телефондан һөйләшмәгеҙ.
Күк күкрәгән мәлдә электр сымына, йәшен ҡайтарғыс, ҡыйыҡтан төшкән һыу торбалары, антенна янына яҡын бармағыҙ. Тәҙрә янында яҡын тормағыҙ, мөмкин булһа телевизор, радио һәм башҡа электрон ҡорамалдарҙы һүндерегеҙ.
Читайте нас: