Рәсәйҙең Финанс министрлығы инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн ипотека кредиты ставкаһын субсидиялау тураһында программа әҙерләй.
Был хаҡта “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса ведомство ултырышында финанс сәйәсәте департаменты референты Анна Волкова белдергән.
Был ғәмәл, ҡабул ителгән хәлдә, барлыҡ граждандарға ла ҡағылмаясаҡ, сөнки ипотека – баҙар механизмы, ә федераль ҡаҙна саралары ғына ипотека алыу мөмкинлеген киңәйтеү проблемаһын хәл итмәйәсәк, ти шул уҡ ваҡытта белгестәр.
Әле ставканы субсидиялау программаһын киңәйтеү өҫтөндә эш алып барыла. Финанс министрлығы документтар әҙерләү менән инвалид бала тәрбиәләүсе
ғаиләләр льготалы категорияға инәсәк.
Унан тыш, Анна Волкова ипотеканың ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарын үҫтереү хаҡында ла әйтеп үткән. Был саҡта институциональ инвесторҙарҙың финанстарын йәлеп итеп, уларҙы ипотека биреү өсөн йүнәлтеп буласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, быға тиклем ил Президенты Владимир Путин "тура бәйләнеш" ваҡытында дәүләтебеҙҙең Финанс министрлығы балалы ғаиләләргә алты процентлы ставка менән бирелгән льготалы ипотеканы компенсациялау программаһы буйынса банктарға тейешле кимәлдә финанс ресурстары бирмәгән, тип белдергәйне.
Владимир Путин әйтеүенсә, банктар күп осраҡта Хөкүмәттең һәм тейешле структураларҙың хатаһы арҡаһында быға тиклем бирелгән ипотека кредиттарын ҡайтанан иҫәпләүҙән баш тартҡан.
“Ипотека” федераль проекты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты эсенә инә, ул 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыла.
национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан