Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2019, 11:37

Ил башлығы "Көнсығыш"ты сәләмләне

Ил Президенты “Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе. Йыйын беренсе тапҡыр Владивостокта үтә.

Ил Президенты “Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе. Йыйын беренсе тапҡыр Владивостокта үтә.
Владимир Путин форумдың Рәсәй йәштәр белем мәғариф майҙансыҡтары араһында лайыҡлы урын биләренә ҙур ышаныс белдерҙе. Ни өсөн тигәндә, сара Алыҫ Көнсығышты үҫтереү кеүек мөһим һәм хәл итеү күптән көтөлгән темаға арналған.
“Рәсәйҙең һәм сит ил дәүләттәренең талантлы, дәртле йәштәре был төбәктең геосәйәси, социаль-иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға йүнәлтелгән программалар, башланғыстар тәҡдим итәсәк”, – тип ышаныс белдерҙе Владимир Путин һәм форумда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Майҙансыҡта һигеҙ лаборатория эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн конкурс ярҙамында 18 – 30 йәшлек 600-ҙән ашыу белгес һайлап алынған. Уларҙың һәр береһе Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса үҙ проектын тәҡдим итәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: