Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2019, 11:31

"Водителдәр тәртипкә өйрәнергә тейеш"

Бөгөн Кремлдә автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышы үтте. Унда Владимир Путин бер нисә бурыс ҡуйҙы.

Бөгөн Кремлдә автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышы үтте. Унда Владимир Путин бер нисә бурыс ҡуйҙы.
Дәүләт башлығы, атап әйткәндә, илдең һәр субъектында төбәк юлдарын тейешле торошҡа килтереү буйынса программалар төҙөргә, агломерация сиктәрендәге юлдарҙы яҡтыртыуҙы тәьмин итеү, йөк транспорттары хәрәкәте ҡағиҙәләренә контролде көсәйтеү һ.б. йәһәттән күрһәтмәләр бирҙе.
Президент юлдарҙа видеокамералар ҡуйыуға айырым иғтибар бүлде. Уның һүҙҙәренсә, был сара тәү сиратта тәртип булдырыуҙы маҡсат итеп ала.
“Видеокамераларҙы йәшереп ҡуйырға ярамай. Водителдәрҙе дисциплинаға өйрәтеү урынына, һеҙ уларҙы штрафтарға юлыҡтыраһығыҙ”, – тине дәүләт башлығы.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә быйылдан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
Читайте нас: