Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 14:18

Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы

Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны үҙ эшен башланы.

Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны үҙ эшен башланы.
Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты — башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли берҙәйлекте һаҡлау, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конргесс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге үткәрә.
V ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша, уларҙың яртыһы тиерлек республикала йәшәй, 157-һе — Рәсәй төбәктәренән. Башҡорт халҡының 50 вәкиле тарихи ватанына 21 илдән — АҠШ-тан, Швейцариянан, Голландиянан, МонаконанЮ Израилдән, Лаьтвиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән.
Йыйындың көн тәртибендәге төп мәсьәлә — 2050 йылда халыҡтың киләсәген күҙаллауҙы формалаштырған Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау.Стратегия сайтында документҡа тәҡдимдәр индерергә була.
Бынан тыш, һигеҙ секция эшләй: мәғариф һәм кадрҙар; башҡорт теле; тарих һәм башҡортлоҡ, демография һәм һаулыҡ һаҡлау; медиа һәм киң мәғлүмәт саралары; мәҙәниәт һәм сәнғәт; бизнес һәм кооперация; төбәктәрҙәге башҡорттар.
Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ҡунаҡтар сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылған.
Читайте нас: