20 июндә Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына 11 кандидаттан документтар тапшырылды. Дәғүәселәр араһында «Берҙәм Рәсәй»ҙән - Радий Хәбиров, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы»нан - Владимир Кобзев, КПРФ-тан - Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан - Иван Сухарев, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән - Юрий Игнатьев, «Яблоко» партияһынан - Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан - Рәфис Ҡадиров, «Йәшелдәр» партияһынан - Сания Тимасова, «Граждандар көсө»нән - Владимир Барабаш, «Социаль яҡлау»ҙан - Алексей Молокин, «Рәсәй Социалистик партияһы»нан - Рәмилә Сәйетова.