Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 16:15

Радий Хәбиров: “Артабан үҫеү өсөн берләшергә кәрәк”

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәү сиратта берҙәм булыу мөһимлеген билдәләне.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәү сиратта берҙәм булыу мөһимлеген билдәләне.
Ул донъяның төрлө төбәгенән йыйылған делегаттарҙы, ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләне. “Беҙгә берләшеү һәм артабан үҫеү өсөн етди аҙымдар яһарға кәрәк. Башҡортостан Европа менән Азия араһында урынлашҡан, шуға ла ике ҡитғаның да иң яҡшы сифаттарын алғанбыҙ”, – тине етәксе.
Радий Хәбиров бер төркөм билдәле шәхестәрҙе лә билдәләп үтте:
- Беҙҙең өлгө алырлыҡ кешеләребеҙ етерлек. Тарихыбыҙ данлы. Уны тағы ла ентеклерәк өйрәнергә, танытырға кәрәк. Халҡыбыҙ яҡшы йәшәһен өсөн иҡтисадыбыҙҙы күтәреү мөһим. Күмәкләп ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш иғлан итәйек, – тине республика етәксеһе.
Читайте нас: