Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 11:52

Владимир Путин "Армия-2019" форумында

Дәүләт башлығы “Армия-2019” халыҡ-ара хәрби-техник форумында булды.

Дәүләт башлығы “Армия-2019” халыҡ-ара хәрби-техник форумында булды.
Ул хәрби өлкәләге инновациялы эшләнмәләр экспозицияһын һәм юғары технологиялы махсус техника төрҙәре өлгөләрен ҡараны. Бынан тыш, Президент ҡатнашлығында форумда ҡул ҡуйылған килешеүҙәр менән алмашыу тантанаһы үтте.
“Армия-2019” V халыҡ-ара хәрби-техник форумында 1300 самаһы предприятие ҡатнаша. Сара 25 июндә башланды, 30 июндә тамамлана.
Йыйындың ғилми-ғәмәли программаһында ҡаралғанса, дәүләттең оборонаһын тәьмин итеү, халыҡ-ара хәрби, хәрби-техник, хәрби-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән 170-тән ашыу сара үтәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: