-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2019, 11:57

Ҡоролтайҙа – яңы рәйес

Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошманың уставына үҙгәрештәр индерелде.

Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошманың уставына үҙгәрештәр индерелде.
Бығаса устав буйынса президиум юҡ ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе биш йыллыҡҡа президиум составы һайланды. Улар – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, башҡорт патриотик хәрәкәте рәйесе Фәнит Моратбаҡыев, Ханты-Манси автономиялы огругындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, актер Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығының Башҡортостан буйынса етәксеһе урынбаҫары Ғаяз Зарипов.
Президиум ағзалары бер тауыштан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесенә вазифаһына Эльвира Айытҡолованы һайланы. Билдәле булыуынса, ошоғаса был яуаплы вазифаны Әмир Ишемғолов киткәндән һуң Данир Ғәйнуллин башҡарғайны.