Улар араһында “Мәғариф” милли проекты айырым урын алып тора. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың 116 миллиард һумы, 2020 йылда тағы 132 миллиард һумы проектта ҡаралған эштәргә йүнәлтеләсәк.