Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 10:59

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй.

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Улар буйынса республикабыҙҙа төрлө яҡлы эшмәкәрлек алып барыла. Мәҫәлән, Өфөлә йүнселдәргә документтар юллау йәһәтенән ярҙам күрһәтеү, бизнес-проекттар төҙөргә өйрәтеү, төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген биргән “Минең бизнес” үҙәге асылды. Ундай хеҙмәтләндереү урындарын башҡа ерҙәрҙә лә булдырыу планлаштырыла.
Республика Хөкүмәтендә, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ошо милли проект нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Бизнесҡа башланғыс стадияла булышлыҡ ҡылыу, муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ инфраструктураһын үҫтереү, коворкинг-үҙәктәр булдырыу, лизинг, социаль йүнселлек буйынса ярҙам күрһәтеү... Ошо маҡсаттарҙа республикала Hospitality Business Day сериялы эшлекле сара үтә. Ул рестораторҙар, отельерҙар өсөн ойошторола. Сарала алдынғы технологиялар күрһәтелә, мобиль күргәҙмә ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесын заманса үҫтереү маҡсатын ҡуя.
Эшлекле сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Яр Саллы, Ырымбур, Магнитогорск ҡалалары һәм күрше төбәктәр вәкилдәре ҡатнаша.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в