Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2019, 11:31

Луизаны тапҡандар!

Хәйруллиндар ғаиләһе полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған.

Хәйруллиндар ғаиләһе полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған.
Айҙан ашыу барған эштең, ниһайәт, аҙағына еттек. Рәсәй Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Луиза һәм уның ғаиләһен Ҡазанда ҡулға алғандар. Улар ҡайҙа булған тиһегеҙме? Сит илдә лә түгел, төпкөл ауылда ла түгел, ә күрше Ҡазанға! Ҡуртымға фатир алыр, дүртәүләшеп йәшәп ятҡандар.
Әлегә уларҙы нисек тапҡандары билдәһеҙ, урланған аҡсаны тотонғандармы-юҡмы икәне лә асыҡ түгел.
– Берҙәм оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә Хәйруллиндарҙың Ҡазанда йәшенгәне билдәле булды. Улар түләп йәшәгән фатирҙарҙың береһендә ҡулға алынды. Әле тейешле оператив-тикшереү саралары бара. Урланған аҡсаның урыны билдәләнә”, – тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.
Читайте нас: