Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2019, 11:43

МИЛЛИ ПРОЕКТ СИКТӘРЕНДӘ АЙЫРЫМ ИҠТИСАДИ БИЛӘМӘ БУЛДЫРЫЛА

1 июлдә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте.

1 июлдә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте.
Улар башлыса милли проект сиктәрендәге эш барышы тураһында аралашты, шулай уҡ төбәктә айырым иҡтисади биләмә булдырыу мөмкинлектәренә лә ҡағылды.
– Беҙҙеке кеүек ҙур республикала әлегә тиклем бер генә айырым иҡтисади биләмә лә юҡ. Беҙ уны булдырырға ҡарар иттек. Иҡтисади үҫеш министрлығы башланғысыбыҙҙы хупланы, әле документтар пакеты әҙерләйбеҙ һәм һеҙҙән дә хуплау көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров осрашыу барышында.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, биләмә Ишембай районында буласаҡ. Бында өс ҡала яҡын урынлашҡан, барлығы ярты миллион самаһы кеше йәшәй. Был урын илдең сәнәғәт һәм газ химияһы үҙәге лә булып тора.
– Бындай башланғыстарға ярҙам иткән саҡта, тәү сиратта, яңы эш урындары барлыҡҡа килеүен, инвестициялар йәлеп ителеүен, социаль файҙа булыуын күҙ уңында тоторға кәрәк. Мин эш хаҡы артыуы, шулай уҡ социаль объекттар барлыҡҡа килеүе тураһында әйтәм. Әгәр айырым иҡтисади биләмә булдырыу был критерийҙарҙың барыһына ла яуап бирә икән, башланғысҡа, әлбиттә ярҙам буласаҡ, – тине Дмитрий Медведев.
Әйткәндәй, бындай биләмәне булдырыу өсөн Башҡортостан властары 5 мартта уҡ документтар әҙерләп биргәйне.
#Владимир Путин
Читайте нас: