– Тикшереү яңы ҡанун үҙ көсөнә ингән көндө үткәрелде, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек сауҙа ойошмалары ошо талаптарҙы күҙәтеүгә әҙер булмай сыҡты. Аңлайбыҙ – барыһы ла әҙерләнеп тә өлгөрмәгәндер. Ысын һөттө суррогаттан тәме буйынса ла, төҫө яғынан айырып булмай. Үҫемлек майынан продукт, ғәҙәттә, байтаҡҡа арзаныраҡ һәм кешелер уны, ысын һөт тип уйлап, күпләп һатып ала. Һөҙөмтәлә намыҫлы етештереүселәр отола. Беҙҙең рейдтар киләсәктә йыш үткәреләсәк. Дөрөҫ, улар ниндәйҙер яза биреүҙе маҡсат итеп ҡуймай, бурысыбыҙ – сауҙа хеҙмәткәрҙәрен ҡануниәтте күҙәтергә өйрәтеү.