Белгестәр иҫәпләүенсә, автомобилдә балаларҙың хәүефһеҙлеге ѳсѳн ҡулланылған һәр тѳрлѳ йүнәлтеүсе ҡайыштар, ѳсмѳйѳштәр, адаптерҙар, беркетеү ҡоролмалары, каркасһыҙ автомобиль креслолары ғүмер ѳсѳн үтә хәүефле. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, теге йәки был хәл килеп тыуғанда, автомобилдәге баланың сәләмәтлеген, ғүмерен тик балалар автокреслоһы ғына һаҡлап ҡала ала.
Уны һайлағанда, атай-әсәйҙәр сабыйҙың йәшенә, кәүҙә ауырлығына ғына түгел, хатта оҙонлоғона ла иғтибар итергә тейеш. Мәҫәлән, кәүҙә оҙонлоғо 150 см булһа, ҡайыштың ѳҫкѳ бауы муйын тәңгәленән үтмәйәсәк. Креслоның үҙен автомобилдең хәүефһеҙлек ҡайыштары йәки ISOFIX беркетеү ҡоролмаһы менән нығытыу мѳһим. Балаларҙы ҡалын ѳҫ кейемендә автокреслола ултыртырға ярамай. Ҡапыл туҡтағанда, ул асыҡ комбинезон эсенән һыпырылып сығыуы ихтимал. Шулай уҡ, йәш ярымға тиклемге бәләкәстәрҙең хәүефһеҙлек ҡоролмаларын автомобилдә хәрәкәт йүнәлешенә ҡаршы ҡуйыу кәңәш ителә. Белгестәр иҫәпләүенсә, кресло ѳсѳн иң ҡулайы – арттан урталағы урын. Әгәр кескәй пассажирығыҙ алғы урында сәйәхәт итә икән, ул саҡта “хәүефһеҙлек мендәре”н һүндерегеҙ. 2017 йылда ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы, 7 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы мотлаҡ махсус автокреслола, ә 7-11 йәшлектәрҙе артҡы урында штатлы хәүефһеҙлек ҡайыштары менән беркетергә мѳмкин.