-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2019, 11:45

"БАМ – тотош халыҡ проекты"

Ил башлығы Байкал – Амур магистрален төҙөй башлауға 45 йыл тулыу уңайынан ошо эште атҡарған хеҙмәт кешеләренә мөрәжәғәт итте.

Ил башлығы Байкал – Амур магистрален төҙөй башлауға 45 йыл тулыу уңайынан ошо эште атҡарған хеҙмәт кешеләренә мөрәжәғәт итте.
“Тәү сиратта магистралде һалған ветерандарҙы тәбрикләйем, – тиелә хәбәрҙә. – БАМ – Рәсәй һәм донъяның иң ҙур тимер юлы артерияларының береһе. Ул – йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте, ҡаһарманлығы, хыялы ҡушылмаһы. Магистраль илебеҙҙең иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, уның ҡеүәтен арттырҙы. Ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ проекты булды ул. Төҙөлөштөң барлыҡ тарихын байҡағанда, унда ике миллионға яҡын кеше ҡатнашты”.
Владимир Путин артабан да илебеҙҙә юл инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән ҙур бурыстар тороуын билдәләне.
#ВладимирПутин