Был туралағы ҡарар июлдә үҙ көсөнә инде. Тикшереү, дауалау мәлендә пациенттарҙа I һәм II стадиялағы рак булыуын асыҡлаған медиктарға һәр осраҡ өсөн 5 750 һум түләйәсәктәр. Премияға участка терапевтары, педиатрҙар, акушер-гинекологтар, гастроэнтерологтар, дерматовенерологтар, кардиологтар, неврологтар, тәү ҡарау онкология кабинетында эшләгән онкологтар, оториноларингологтар, офтальмологтар, пульмонологтар һәм башҡа табип-белгестәр, шулай уҡ фельдшерҙар, акушерҙар, ҡатын-ҡыҙҙы ҡарау кабинетының шәфҡәт туташтары дәғүә итә ала. Улар ҡуйған диагноз онколог тарафынан раҫланырға тейеш.