Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 11:07

Ил башлығы йәштәрҙе сәләмләне

Ил башлығы “Маҡсаттар биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы ҡатнашыусылары, ойоштороусылары, ҡунаҡтарына сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе.

Ил башлығы “Маҡсаттар биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы ҡатнашыусылары, ойоштороусылары, ҡунаҡтарына сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе.
“2015 йылда старт алған был проекттың йылдам үҫеүенә, фекерҙәштәр артыуына, илебеҙҙең төрлө төбәктәре йәштәрен уртаҡ маҡсатта туплауына шатмын”, – тиелә хәбәрҙә.
Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, форумдың программаһы һәр ваҡыт уйланылған, бай һәм төрлө була. Быйыл да унда ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле саралар көтә: лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ кластары, “түңәрәк өҫтәл”дәр.
“Һеҙҙең ваҡытығыҙҙы файҙалы һәм ҙур ҡәнәғәтлелек менән үткәререгеҙгә ышанам. Яңы белем, тәжрибә тупларһығыҙ, улар киләсәк тормошоғоҙҙа ныҡлы терәк-таяныс булыр”, – тигән һүҙҙәр еткерҙе Владимир Путин, форумда ҡатнашыусыларға уңышлы, һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне.
#ВладимирПутин
Читайте нас в