Психологтар фекеренсә, күңелгә тулған рәнйеү-үпкәләүҙәр күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтерә.
Йыйылған негатив шулай уҡ яман шештең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, имеш. Хатта түлһеҙлек проблемаһы ла ир менән ҡатын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙан, бер-береһенә ҡарата үпкә-рәнйеүҙәрҙән булыуы мѳмкин. Шуның ѳсѳн үҙегеҙҙе бошондорған, күңелһеҙ тойғолар уятҡан аралашыуҙарҙан йыраҡ тороғоҙ. Ғаиләлә, эштә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуһа, эскә йәшермәгеҙ, эҫеһендә хәл итергә, мәсьәләне уртаға һалып һѳйләшергә тырышығыҙ.