Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 15:16

Уңыштар һеҙгә, белореттар!

Бөгөн республикабыҙҙың баш ҡалаһында 53-сө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары башланды.

Бөгөн республикабыҙҙың баш ҡалаһында 53-сө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары башланды.
Балалар ярышына килгәндә, ул 1968 йылдан алып уҙғарыла. Ярыштар Өфөнөң төрлө спорт майҙандарында үтәсәк.
Халыҡ-ара уйындарға 35 илдән 1,5 меңгә яҡын йәш спортсы килде. 12-15 йәшлек үҫмер балалар еңел атлетика, йөҙөү, футбол, фехтование, пляж волейболы, баскетбол (3x3), дзюдо, грек-рим көрәше һәм ҡаяға үрмәләү спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡ.
Улар араһында Белорет спортсылары ла бар. Йәш спортсылар грек-рим көрәше һәм ҡаяға үрмәләү спорт төрҙәре буйынса көстәрен һынаясаҡ. Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусы балаларҙы Өфөгә муниципаль район хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Балаларға, тренерҙарына муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов та теләктәрен әйтте.
- Ярыштарҙа республикабыҙҙың туғыҙ ҡалаһынан спортсылар Башҡортостан исеменән ярышасаҡ. Шулар араһында һеҙ ҙә бар. Ҡала намыҫын иһә республиканың ҡаяға үрмәләү буйынса иң яҡшы тренерҙарының береһе Елена Коноплина, грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Коробов тәрбиәләнеүселәре яҡлаясаҡ.
Улар ҡатнашлығындағы ярыштар 11-12 июлдә үтәсәк. Спортсыларға һәм тренерҙарына уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрен теләйем. Һәр ярыш, һөҙөмтәләре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, артабанғы күнекмәләргә этәргес булып тора. Ата-әсәләргә һәм тренерҙарға ошондай спортсылар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт. Әйткәндәй, республиканың муниципалитеттар башлыҡтарын уйындарҙы асыу тантанаһына ла саҡырҙылар. Шулай булғас, Белорет спортсыларын Өфөлә үткән командалар парадында ла сәләмләйәсәкбеҙ әле, - тине хакимиәт башлығы.
Читайте нас: