Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2019, 15:29

Беҙҙекеләр финалға үтте

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының беренсе ярыш көнөндә Белорет командаһының ҡаяға үрмәләү, грек-рим көрәше буйынса спортсылар финалға сыҡты.

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының беренсе ярыш көнөндә Белорет командаһының ҡаяға үрмәләү, грек-рим көрәше буйынса спортсылар финалға сыҡты.
Улар араһында ҡаяға үрмәләү буйынса спортсылар - Полина Коноплина, Марат Әхмәтшин, Ярослав Гарабурдо, Степан Коробкин, Юлия Бурдова, грек-рим көрәшселәре – Альберт Фаязов (44 килограмға тиклем), Мөслим Ениев (48 килограмм), Алексей Орехов (57 кг), Семен Пановтар (68 кг) бар.
Финал уйындары бөгөн үтәсәк. Иҙел башы спортсыларына уңыштар теләйек!
Читайте нас: