Сығарылыш класс уҡыусылары оло тормош юлына аяҡ баҫты. Барыһы ла тиерлек Дөйөм һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, күңелдәренә ятҡан юғары уҡыу, махсус белем биреү йорттарына һайлап, документтарын тапшырыу менән мөшғүл.
Дәүләт имтихандарына өйрәнеп бөтөп тә барабыҙ инде. Йылдан-йыл имтихандарын юғары балға тапшырыусыларҙың һаны артыуы ҡыуаныслы күренеш. Имтихан биреү тәртибе ҡатмарлашҡан һайын, уҡыусыларҙың да юғары билдәләргә өлгәшеүе күҙәтелә. Ауылдарҙа уҡытыу кимәле түбән кимәлдә тиһәләр ҙә, был белем усаҡтарында белем алған уҡыусылар ҡалалағы тиҫтерҙәренән һис кенә лә ҡалышмай. Бына бит, Әбйәлил районы Салауат ауылы мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы география фәненән имтиханын иң юғары - 100 балға тапшырып барыһының да танауына сиртте.
Берҙәм дәүләт имтиханы барышында сетерекле хәлдәр ҙә килеп сыҡты, мутлашыу осраҡтары ла булды. Белеүебеҙсә, Балтас районында БДИ һөҙөмтәләрен фальсификациялау менән шөғөлләнгәндәр. Унда Дәүләт аттестацияһы тапшырыу мәлендә мутлашырға маташыу осрағы асыҡланып, 16 уҡыусы аттестат алыуҙан һәм үҙ мәлендә юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғынан мәхрүм ҡалды.
Радий Хәбиров Балтас районы башлығы Илгиз Субушевҡа хәлдең айышына төшөнөргә, ғәйеплеләрҙе табырға ҡушҡан ине. Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе, уның урынбаҫары һәм мәктәп директоры вазифаларынан бушатылды. Баҡһаң, БДИ тапшырғанда уҡыусылар шпаргалка, смартфон һәм башҡа техник саралар менән ҡулланған. Аттестатһыҙ ҡалған сығарылыш уҡыусылары көҙгөһөн уҡыуын дауам итә ала. Вузға инә алмаһалар ҙа, урта һөнәри белем биреү йорттарына инеү мөмкинлектәре бар. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
Башҡортостанда 24 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмаған: рус теле һәм математиканан тейешле иң түбән балды йыймағандар.
Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында белдерелде. Был балалар IX класты тамамлау тураһындағы аттестаты менән колледжға уҡырға инә ала. Шулай уҡ сентябрҙә имтихандарҙы яңынан биреү мөмкинлеге бар.
Тотош алғанда, бөтә предметтар буйынса 3309 уҡыусы тейешле иң түбән балды йыя алмаған. Күбеһе йәмғиәтте өйрәнеү, тарих һәм химиянан “ике” алған. Был предметтар мотлаҡ һаналмағанлыҡтан, һөҙөмтәһе аттестатҡа йоғонто яһамай, әммә ошо фәндәр кәрәк булған вуздарға юл ябыла.
Тағы ла имтихандан ҡыуып сығарылған ике уҡыусы аттестатһыҙ ҡалды
Район-ҡалала 467 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Күпселек сығарылыш уҡыусылары математика, физика һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған. Уҡыусыларының 98 проценты тейешле балдарҙы йыйған. Тик 8 уҡыусы ғына, күпселеге математиканың профиль һәм база имтихандарынан, иң түбән балл йыйып, тейешле “тупһа”ны үтмәгән.
Быйыл беҙҙә 42 сығарылыш уҡыусыһы мәктәпте алтын миҙапға тамамлаған. Иң күп миҫал хужалары - 14-се һәм 17-се гимназиянан. 17-се гимназияны 10 уҡыусы алтын миҙалға бөткән.