Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2019, 11:41

Алты кеше үлгән, 13-ө – дауаханала

Башҡортостанда 14 июлдә киске сәғәт ундарҙа республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 39 пассажиры менән King Long XMQ автобусы түңкәрелде. Һәләкәт Өфө-Инйәр-Белорет юлының 54-се саҡрымында булған.

Өфө – Белорет юлындағы ҡурҡыныс фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде: 39 кеше китеп барған автобус түңкәрелде.
Әле был аварияның ҡорбандары тураһында билдәле булды: алты кеше үлгән, 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған. Яралылар араһында бер бала ла бар. Хәле ауыр булған һигеҙ кешене, шул иҫәптән баланы Өфөгә дауаханаға оҙатҡандар, ҡалғандары – урындағы медицина учреждениеларында.
Хәбәр итеүебеҙсә, урында полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар, шулай уҡ психологтар, янғын һүндереүселәр, бер юлы 14 ашығыс ярҙам бригадаһы эшләгән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Йәрәхәтләнгәндәрҙең хәле тураһында әлегә билдәле түгел.
Читайте нас: