Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2019, 18:59

Хәйруллиндар өлгө күрһәттеме...

Екатеринбург ҡалаһы полицияһына аҡса менән мутлыҡҡа бәйле 15-ләп кешенән ғариза алынған.

Екатеринбург ҡалаһы полицияһына аҡса менән мутлыҡҡа бәйле 15-ләп кешенән ғариза алынған.
Риэлтор булып эшләгән таныштары Ольга Хорошун күсемһеҙ милек менән сауҙа итеү өсөн ҙур суммала аҡса алып тороуы, уны кире ҡайтармауы, һуңғы ваҡытта бәйләнешкә лә инмәүе тураһында яҙылған бөтә ғаризаларҙа ла.
Ялыу менән мөрәжәғәт итеүселәргә килтерелгән зыян күләме яҡынса –160 миллион һум, ти урындағы матбуғат хеҙмәте.
Полиция хәлде тикшерә башлай һәм шуны асыҡлай: Ольга ире, 16 йәшлек улы менән май айында уҡ сит илгә оса һәм кире илгә әйләнеп ҡайтмай. Әлеге ваҡытта ғаиләнең ҡайҙалығы билдәһеҙ. Енәйәт эше ҡуҙғатылмаған, Хорошун ғаиләһен эҙләү иғлан ителгән.
Читайте нас: