Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2019, 19:14

Әсәһе дауаханаға эләгә, ә ҡыҙы – төрмәгә...

Был ваҡиға ла табын артында сыға. Әсә менән ҡыҙ араһында тауыш күтәрелә, ул ғауғаға тиклем барып етә.

Был ваҡиға ла табын артында сыға. Әсә менән ҡыҙ араһында тауыш күтәрелә, ул ғауғаға тиклем барып етә.
Һүҙҙәр менән генә еңешә алмағас, әсә кеше кәстрүл алып ҡыҙына һуға. Тегенеһе лә буш ҡалмай, яуап итеп кәстрүлде кире әсәһенә осора. Тауыш тынмай, ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына. Эмоцияларына хужа була алмаған ҡыҙы бысаҡҡа йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
15 июлдә Белорет район дауаханаһына 61 йәшлек ҡатынды килтерәләр. Уның түшенә бысаҡ менән сәнселгән була. Аңлауығыҙса, был беҙҙең “геройҙар”. Табиптар шунда уҡ полицияға хәбәр итә, улары үҙ сиратында ҡатындың 40 йәшлек ҡыҙын ҡулға ала. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: