Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙған йылдың авгусында двигателе янып киткән Red Wings авиакомкомпанияһының пассажирҙар самолетын Өфөгә ултыртҡан экипажды бүләкләне.
Һауа карабы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Бортпроводниктар Евгения Егошина, Петр Михайлов, Ларита Мурадова һәм Руслан Тимербаев Нестеров миҙалына лайыҡ булды.
Президент указында хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре тураһында әйтелә.
2018 йылдың 22 авгусында, Өфө – Сочи рейсын башҡарған, Red Wings авиакомпанияһы лайнеры осоп киткәс бер нисә минуттан һул яҡтағы двигателе янып китеү сәбәпле Өфө аэропортына ултыра. Уның эсендә 202 пассажир, шул иҫәптән 41 бала була. Уларҙы самолетты ултыртҡандан һуң ете минут эсендә ҡотҡаралар.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 19 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Ред Вингс» авиакомпанияһының ТУ-204 самолеты экипажына һөнәри оҫталыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.