-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2019, 19:21

Түләүле хеҙмәт күрһәтә алырбыҙмы?

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикабыҙҙа 2024 йылға тиклем һәр йыл ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Әле был күрһәткес – 500 кеше.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикабыҙҙа 2024 йылға тиклем һәр йыл ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Әле был күрһәткес – 500 кеше.
“Медицина хеҙмәтен экспортлауҙы үҫтереү” проектының маҡсаты – Башҡортостанда медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе 2017 йылға ҡарағанда (ул ваҡытта 470 кеше ине) кәмендә дүрт тапҡырға арттырыу. 2024 йылға тиклем ике меңгә тиклем сит ил гражданын дауалау мөмкинлегебеҙ булырға тейеш”, – тине төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек етәксеһе Лидия Светлакова.
Бындай медицина ярҙамы аҡсаға күрһәтелә. Уға дауаланыу ғына түгел, тикшеренеү үтеү ҙә инә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурыстары – хеҙмәт йәшендәге халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеү, медицина ойошмаларында беренсе медик-санитар ярҙамы күрһәткән белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөү, барлыҡ граждандар өсөн кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреү. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2019 – 2024 йылдарҙа 1,7 триллион һум бүлеү ҡаралған.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан