Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2019, 11:05

Владимир Путин – Магнитогорскиҙа

Рәсәй Президенты Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһына килде. Етәксе урындағы металлургтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы, металлургия комбинатының тау-байыҡтырыу фабрикаһында өр-яңы “5-се аглофабрика” производствоһын асыуҙа ҡатнашты.

Әйткәндәй, 19 июлдә Магнитогорскиҙа Ҡала көнө лә үтте.
Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнитогорскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Совет власы осоронда ул ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: