-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2019, 11:04

РЕСПУБЛИКА «МӘҒАРИФ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ БУЙЫНСА СУБСИДИЯ АЛАСАҠ

Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты буйынса федераль субсидия конкурсын еңде.

Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты буйынса федераль субсидия конкурсын еңде.
2019 йылдың июлендә РФ Мәғариф министрлығы «Мәғариф» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса 2020-2022 йылдарға гранттар биреүгә асыҡ конкурс үткәрҙе. Унда республиканан бирелгән барлыҡ һигеҙ ғариза еңеп сыҡты. Һөҙөмтәлә Башҡортостан федераль бюджеттан субсидиялар аласаҡ субъекттар исемлегенә инде.
Өс йыл эсендә республикала 133 цифралы һәм гуманитар профилле «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәге, балаларға цифралы белем биреү өсөн 9 «IT-куб» үҙәге, алдан биреү һөнәри әҙерлек үҙәге, өс мобиль «Кванториум» технопаркы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыу өсөн өс үҙәк һәм уларҙың һөнәри оҫталығын баһалау-квалификациялау үҙәге төҙөләсәк.
Федераль проект нигеҙендә эшен адаптациялы программалар буйынса башҡарған ун дөйөм белем биреү учреждениеһында материаль-техник базаны яңыртыу, 690 мәктәп-колледжда цифралы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереү ҡаралған.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан