Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2019, 18:19

Кѳнѳ торһа, бесәне булыр

Белорет-Сермән юлының Арский ташына боролған ерендә трактор менән бесән сабып йѳрѳүсене күреп, өлгөрйәндең кем булыуын белеү теләге менән ялан уртаһына атлайым. Тракторының ишеген асып: “Инде өсөнсө турист фотоға төшөргә килә икән, тиһәм,” - тип йылмайып ҡаршы алыусы Сермән ауылынан Азамат Мөхәмәтйәров булып сыҡты. Баҡһаң, Арский ташына ял итергә килгән туристар, тракторы янында фотоға төшөргә теләп, туҡтата икән.

Эш кешеһенең ваҡыты тарлығын аңлап, тиҙерәк үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә, ҡасан бесәнгә төшѳүе, нисә баш мал тотоуы һәм башҡаһы тураһында белешергә ашыҡтым.
- Бесәнгә 22 июлдә тәү башлап төштөм. Тәүге көндө урман эсендәге үләнде сапһам, бөгөн юл буйындағы 5 гектар яланда сабыуым.
Читайте нас: