Районыбыҙ тәбиғәтенең байлығына иҫең китерлек. Ниндәй генә емеш-еләк, дарыу үләндәре үҫмәй беҙҙә! Йыбанмай ғына йыйып ал да ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаһын, һуттарын әҙерлә, дарыу үләндәрен киптереп, сәйен эшлә. Ҡайһы берәүҙәр йыйған уңышынан бер йылға етерлек запас әҙерләһә, икенселәр уны һатыуға сығарып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра.
Әле лә баҙарҙа, магазин алдарында еләк һатыусылар байтаҡ ҡына. Халыҡ башлыса еләк эҙләй. Ҡайын еләгенең 2,5 литрлыҡ банкыһын 1 000 һумға тәҡдим итәләр, ер еләгенең 5 литрын 550-600 һумға һатып алырға була. Ауылдыҡылар өсөн бигерәк тә ҡара, ҡыҙыл көртмәле осоро табышлы. Ҡара көртмәлене һаулыҡтарына зарланғандар күпләп ала. Уның 0,5 литрлығын 150 һумға һаталар. Бер нисә көн күпләп сейә һаталар. Сейәнең 5 литр биҙрәһен 400 һумға тәҡдим итәләр.
Әгәр ҙә урман, баҡса байлығынан ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләп өлгөрмәйһең икән, һатыуҙағы емеш-еләктән рәхим ит, аҡсаң ғына булһын. Хәҙер әллә ҡайҙан килтерелгән емештең дә ниндәйе генә юҡ. Июль, август айҙары үҙҙәрен тулыһынса аҡлай, емеш-еләк, йәшелсә мул. Шулай ҙа хаҡтарҙың бер ни тиклем төшәсәгенә өмөт юҡ. Баҙарҙа 1 килограмм абрикос - 100, персик - 90-100, нектарин - 95-130, слива - 85-100, черешня - 230, ҡауын - 80, ҡарбуз - 30. Әлбиттә, күмәртәләп һатып алыу базаһынан алһаң, һәр емеш-еләктән 10-20 һумыңды кеҫәңдә ҡалдырырға була.