Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2019, 18:29

Юғары кимәлдә - Рәздә билдәләнек

17 июль көнө, Шығай мәктәбен тамамлауыбыҙҙың 40 йыллығына арнап, Рәз тауына күтәрелдек.

17 июль көнө, Шығай мәктәбен тамамлауыбыҙҙың 40 йыллығына арнап, Рәз тауына күтәрелдек.
Беҙ бында 2018 йылдың октябрендә, мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ юбилейына, маяҡ ҡуйған инек. Ә был юлы класс етәксебеҙ Инсаф Хәсән улы Канафин, класташтарым Ринат Хәлилов, Фәрит Сафиев, Радик Ғаззалов, Ишморат Мөхәмәтйәров, Фәиз Хөснөтдинов, беҙгә ярҙам итеүсе Рысыҡай ауылы егеттәре Альфред Әүбәкиров (водитель), Венер Аҙнабаев һәм Үткәл ауылынан тынғыһыҙ фотографыбыҙ Ришат Хәйбуллин был иҫтәлекле ваҡиғаны фейерверк аттырып билдәләнек. Юлда беҙгә ике турист та ҡушылды...Тау башында Ринат Хәлилов доға ҡылып, изге теләктәрен әйтте. Ауыр баянын үҙе менән алған Фәиз дәртле көйҙәрен һыҙҙырҙы. Ҡултыҡ таяғында йөрөүенә ҡарамаҫтан тауға менгән Ришат ағай фото-видео төшөрҙө. Рәзгә килеп еткәс тә ысыҡлай башлаған ямғыр, фейерверктан һуң ныҡ көсәйеп беҙҙе лыҡа һыулаһа ла, кәйефебеҙҙе тө-шөрә алманы!
Мәүлит КӘРИМОВ.
Читайте нас: